-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
30 Июль 2021, 11:20

Өфө аэропортында яңы ҡунаҡхана комплексы

Өфө аэропортында халыҡ-ара кимәлдәге ҡунаҡхана төҙөләсәк. Республика Хөкүмәтендә заманса комплекстың  концепцияһы  тикшерелде.

Өфө аэропортында яңы ҡунаҡхана комплексы
Өфө аэропортында яңы ҡунаҡхана комплексы

Өфө аэропортында халыҡ-ара кимәлдәге ҡунаҡхана төҙөләсәк. Республика Хөкүмәтендә заманса комплекстың  концепцияһы  тикшерелде.

“Стройтех” компанияһы директоры Юлия Кулагина билдәләүенсә, яңы ҡунаҡхана халыҡ- ара “Ibis Styles” бренды аҫтында эшләйәсәк һәм өс класлы отелдәр кимәленә торошло буласаҡ.

Өфө аэропортының генераль директоры Александр Андреев әлеге ҡунаҡхананың бөгөнгө талаптарға яуап бирмәүен һәм был проектты тулыһынса хуплауын белдерҙе.

Инвестор төҙөлөшкә 917 миллион һум аҡсаһын һаласаҡ һәм объектты 2024 йылдарға тамамларға ниәтләй. Ҡунаҡхана комплексы 150 номерға иҫәпләнгән, уның рестораны, фитнес- комплексы, конференциялар һәм форумдар өсөн залдары ҡаралған. Яңы отел яҡынса 120 кешегә эш урыны булдырыр тип көтөлә.

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн Өфө аэропорты менән инвестиция килешеүе төҙөлгән.

-Йыл һайын беҙ Өфө аэропортын яңыртыу буйынса төрлө саралар ҡабул итәбеҙ. Былтыр эске һауа юлдарының яңы корпусын төҙөп сафҡа индерҙек. Хәҙер терминал ике тапҡырға киңәйҙе. Киләһе йылдарҙа өс терминалды берҙәм архитектура концепцияһына берләштереп, вокзал янындағы майҙанды төҙөкләндерәсәкбеҙ.  Өфө - Рәсәйҙең заманса ҡалаһына әйләнер тип күҙаллайым,- тигән Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: