+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
30 Июль 2021, 09:45

Башҡортостанда ярты миллион тонна яңы уңыш ашлығы һуғылған

Башҡортостандың 48 районында бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу бара.

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта ужым һәм яҙғы культуралар яҡынса 325 мең гектарҙа сабылған, шуның 303 мең гектары һуғылған. Һөҙөмтәлә 412,2 мең тонна ужым һәм 82,7 мең тонна ярауайҙар йыйып алынған.

Ужым культураларын һуғыуҙа – Ҡырмыҫҡалы районы хужалыҡтары (32,8 мең тонна), ярауайҙар буйынса илештәр (10,8 мең тонна) алдынғылыҡты бирмәй.

Бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлылар буйынса Саҡмағош районы предприятиелары беренсе урында килә. Бында һәр гектарҙан 27,7 центенр ужым, 19, 3 центнер яҙғы культуралар йыялар.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас: