+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
30 Июль 2021, 09:40

Ауылда микроиҫәп алыу башлана

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 29 авгусындағы “2021 йылда бәләкәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы ойоштороу тураһында”ғы ҡарарына ярашлы Башҡортостанстат 1 августан  30-на тиклем бер ай дауамында ауыл хужалығы тармағына ҡағылышлы микроиҫәп алыу үткәрә.

Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы тармағында тәбиғәт-климат, финанс-иҡтисади шарттар, хеҙмәт ресурстарының миграцияһы менән бәйле ҙур үҙгәрештәр бара. Микроиҫәп уларҙы аныҡлау, ауылда барған структур үҙгәрештәр тураһында рәсми мәғлүмәт алыу, етештереүселәрҙең категорияларына бәйле белешмә туплау, өлкәләге үҫеште күҙаллау маҡсатын тота.

Микроиҫәп крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына, шәхси эшҡыуарҙарға, граждандарҙың шәхси ярҙамсы һәм башҡа үҙ хужалыҡтарына, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ, йәшелсәселек ширҡәттәренә ҡағыла.

108-се Федераль законға ярашлы, микроиҫәп барышында алынған мәғлүмәттәр ҡулланыу өсөн сикләнгән документ булып тора, улар тейешле дәүләт мәғлүмәт системаларын булдырыу өсөн генә файҙаланыла.

Автор:
Читайте нас: