+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
30 Июль 2021, 09:15

Алтын миҙалсылар араһында Башҡортостан спортсыһы ла бар

Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының алтынсы көнөнә Рәсәй 28 миҙал менән – шуларҙың 8-һе алтын – йыйылма  командалар араһында 4-се урынды һаҡлап килә.

Был юлы алтын миҙал алған Рәсәй спортсылары араһында Өфө ҡыҙы ла бар. Ул - рапирасыһы Аделина Заһиҙуллина.

Рәсәй рапирасылары Инна Дериглазова, Аделина Заһиҙуллина, Лариса Коробейникова һәм Марта Мартьянова АҠШ командаһын 45:42 иҫәбе менән еңеп, финалға үткәйне. Алтын миҙал өсөн француздар менән алыш беҙҙең ҡыҙҙар өҫтөнлөгө менән тамамланды – 45:34.

Шулай итеп, алтын миҙалсылар араһында Башҡортостан спортсыһы ла бар. Был уңайҙан Радий Хәбиров Аделина Заһиҙуллинаны телефондан ҡотланы, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.  

29 июлгә ҡарата Рәсәй спортсылары ярыштырҙың алтынсы көнө йомғаҡтары буйынса 8 – алтын, 11 – көмөш һәм 9 бронза миҙалына эйә.

Алда Ҡытай бара – йәмғеһе 31 миҙал, шуларҙың 15-е – алтын. Артабан Япония (25 миҙал, 15-е алтын) һәм АҠШ (38 миҙал, 14-е алтын) командалары килә. 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: