-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
30 Июль 2021, 15:20

Алда эҫе ял көндәре көтә

Башҡортостанда алдағы ял көндәре эҫе була, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Алда эҫе ял көндәре көтә
Алда эҫе ял көндәре көтә

Башҡортостанда алдағы ял көндәре эҫе була, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 31 июлдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, күк күкрәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Йәшен йәшнәгәндә елдең көсәйеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә – 13-18 градус, таулы райондарҙа һигеҙ градусҡаса йылы. Көндөҙ – 27-32 градус.

1 августа ла урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Йәшен ваҡытында елдең көсәйеүе көтөлә.

Һауа температураһы төндә – 13-18 градус, таулы райондарҙа һигеҙ градусҡа тиклем йылы. Көндөҙ иһә - 27-32 градус.

Автор:
Читайте нас: