+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
29 Июль 2021, 16:54

Тиҙ байырға уйлаған

Республикала  16 йәшлек үҫмер почтальон ҡатынды туҡмап, ярты миллион һумлыҡ аҡсаһын  талап ҡасҡан. Был аҡсалар хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһы. Әлеге мәлдә аҡса талауҙа ғәйепләнеүсегә  ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Тикшереү органдарынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, көпә- көндөҙ күп ҡатлы йорттар янында  16 йәшлек малай 34 йәшлек почта ташыусы ҡатынға һөжүм итә. Енәйәтсе ҡатындың башына һуға һәм аҡсаны алып ҡаса. Эҙен йәшереү маҡсатында өҫтөндәге  кейемен һәм сумканы яндыра.

Ваҡиғанан һуң бер- нисә сәғәт тә үтмәй, тиҙ байырға теләгән үҫмер Октябрский ҡалаһында тотола. Уның янында урланған аҡсалар ҙа була. Һорау алыу барышында ул үҙенең ғәйебен таный. Баҡ тиһәң, енәйәтселек үҫмер үҙе йәшәгән йортта ҡылынған.

Тикшереү барышында енәйәткә алып киленгән сәбәптәр асыҡланасаҡ. Үҫмерҙең торлаҡ- йәшәү, социаль  шарттары, ғаиләһе тикшереләсәк.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: