+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
29 Июль 2021, 09:30

Таш эшкәртеү буйынса индустриаль парк төҙөү планлаштырыла

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткән шәмбелә эш сәфәре менән Урал аръяғында булды һәм башҡа объекттар менән бер рәттән Әбйәлилдә мәрмәр эшкәрттеү заводын ҡараны.

Таш эшкәртеү буйынса индустриаль парк төҙөү планлаштырыла
Таш эшкәртеү буйынса индустриаль парк төҙөү планлаштырыла

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткән шәмбелә эш сәфәре менән Урал аръяғында булды һәм башҡа объекттар менән бер рәттән Әбйәлилдә мәрмәр эшкәрттеү заводын ҡараны.

Таш эшкәртеү менән Сибайҙа, Баймаҡ, Хәйбулла райондарында ла әүҙем шөғөлләнәләр. Төбәктең бына ошо үҙенсәлеген күҙ уңында тотоп, Әбйәлил районында таш эшкәртеү буйынса индустриаль парк төҙөү планлаштырыла, тип белдерҙе Хөкүмәт етәксеһе.

"Был проектты үҫеш нөктәһе, резиденттарҙы йәлеп итеү урыны булараҡ ҡабул итергә кәрәк. Индустриаль парк Әбйәлил районы һәм шулай уҡ Башҡортостандың көньяғы өсөн дә үҫеш нөктәһе булырға тейеш. Беҙҙең алда бында эшләгән таш эшкәртеү заводына яңы һулыш өрөү, продукцияны һатыу мәсьәләһен хәл итеү бурысы тора. Әлеге ваҡытта район хакимиәте, төрлө ведомстволарҙан тупланған белгестәрҙән эш төркөмө төҙөлдө. Бер ай эсендә бөтә мәсьәләләрҙе лә хәл итергә һәм индустриаль паркты ойотороу графигын эшләүҙе талап итәм", - тине Андрей Назаров.

Индустриаль паркты булдырыу өсөн байтаҡ талаптарҙы ғәмәлгә ашырырға кәрәк. Атап әйткәндә, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тарафынан сәнәғәт парктары өсөн төҙөлгән аккредитацияны үтеү, идарасы компанияны аныҡлау, кәм тигәндә һигеҙ гектар ер бүлеп биреү, йылылыҡ, газ, һыу селтәрҙәренә тоташтырыу мотлаҡ. Шунда ғына биләмә республика һәм федераль үҙәк билдәләгән ярҙам саралары менән файҙалана ала.

Әлеге мәлдә мәрмәр һәм гранитты эшкәртеү буйынса проекттар тормошҡа ашырыла. Бының өсөн Рыҫҡужа, Ҡаҙыш ятҡылыҡтарындағы сеймал файҙаланыла. Әбйәлил районындағы мәрмәр заводында һәм карьерҙа 28 кеше эшләй. Мәрмәр блоктарҙы сығарыу буйынса күләмде арттырғанда, бындағы хеҙмәт урындары 35-кә етәсәк. Әлегә мәрмәр блоктарҙы заманса эшкәртеү өсөн ҡоролмалар һатып алыу мәсьәләһе хәл ителә.

Республика  Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, проектҡа йүнәлтелгән инвестициялар күләме 230 миллион һум тәшкил итәсәк. 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: