+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
29 Июль 2021, 10:30

Бер юллы ете кеше ағыуланған

Салауат ҡалаһында көпә-көндәҙ урам уртаһында ете ир бер юлы иҫен юғалтып ҡолаған.

Бер юллы ете кеше ағыуланған
Бер юллы ете кеше ағыуланған

Салауат ҡалаһында көпә-көндәҙ урам уртаһында ете ир бер юлы иҫен юғалтып ҡолаған.

Улар шешәләш булғандар һәм, араҡы тип, ҡулдан алынған билдәһеҙ шыйыҡса эскәндәр. Салауат ҡалаһы буйынса Тәфтиш бүлеге был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

“Ҡала дауаханаһы Калинин урамындағы йорт янында иҫен юғалтҡан ете кешенең ятыуы тураһында хәбәр алғас, уларҙы “тиҙ ярҙам” машинаһында алып килеп, реанимация бүлегенә ағыуланыу билдәләре менән һала. Хәҙер зыян күреүселәр аңына килгән, хәлдәре уртаса ауырлыҡта, даими медицина ярҙамына мохтаждар. Йәштәре 36 йәштән 60-ҡа тиклем”, - тип хәбәр итәләр Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән. 

Ваҡиға урынында оператив саралар үткәрелгән, эсемлек лабораторияла тикшерелә, ағыуланыуға килтергән сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы асыҡлау буйынса эштәр алып барыла.

 

Автор:
Читайте нас: