+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
29 Июль 2021, 10:10

Берҙәм эшмәкәрлек һөҙөмтәһе

Кисә “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостандағы идаралығы коллегияһы кәңәшмәһендә сығыш яһаны. Сара 2021 йылдың беренсе яртыһы һөҙөмтәләренә һәм төбәк биләмәһендә санитар-эпидемиологик именлекте тәьмин итеүгә бағышланды.

“Роспотребнадзор хеҙмәтенең һәм Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының берлектәге эше һөҙөмтәһендә коронавирустың ҡырҡа аҙып китеүенә  юл ҡуйылманы, йөҙәрләгән мең кешенең ғүмере ҡотҡарылды, инфекцияны лаборатор диагностикалау тейешенсә ойошторолдо”, - тип юғары баһа бирҙе төбәк етәксеһе хеҙмәттең эшенә. Һөҙөмтә булараҡ, июлдең аҙағына ҡарата Башҡортостан COVID-19 менән сирләүселәр һаны буйынса илдә 82-се урында тора, тине ул.  

Радий Фәрит улы  "Роспотребнадзор"ҙың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тураһында знактар тапшырҙы.

Идаралыҡ етәксеһе Анна Казак үҙенең отчет докладында, алты айҙа халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү менән бәйле 12,5 мең хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланды һәм кисектерелде, тип белдерҙе.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: