+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
29 Июль 2021, 10:50

Алтын миҙалһыҙ көн

Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының бишенсе көнөнә Рәсәй 23 миҙал менән – шуларҙың 7-һе алтын – йыйылма  командалар араһында 4-се урынды һаҡлап ҡалды.

Алтын миҙалһыҙ көн
Алтын миҙалһыҙ көн

Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының бишенсе көнөнә Рәсәй 23 миҙал менән – шуларҙың 7-һе алтын – йыйылма  командалар араһында 4-се урынды һаҡлап ҡалды.

28 июлдә Рәсәй спортсылары алтын миҙалға өлгәшә алманы.

Йөҙөү буйынса 4х200 м эстафетаһында Мартин Малютин, Иван Гирев, Евгений Рылов, Михаил Довгалюк көмөш миҙал яуланы.

Көмөш миҙалдарға шулай уҡ 3x3 баскетболда ҡатын-ҡыҙҙар (Юлия Козик, Ольга һәм Евгения Фролкины, Анастасия Логунова) һәм ирҙәр йыйылма командалары (Кирилл Писклов, Александр Зуев, Илья Карпенков, Станислав Шаров) лайыҡ булды.

Шулай итеп, Рәсәй спортсылары ярыштырҙың бишенсе көнө йомғаҡтары буйынса 7 – алтын, 10 – көмөш һәм 6 бронза миҙалына эйә.

Алда Япония бара – йәмғеһе 22 миҙал, шуларҙың 13-ө – алтын. Артабан Ҡытай (27 миҙал, 12-һе алтын) һәм АҠШ (31 миҙал, 11-е алтын) командалары килә. 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: