+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
28 Июль 2021, 14:31

Указға үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы указына  йәнә үҙгәреш индерҙе. Ундағы талаптар бер аҙ еңеләйтелде.

Указға үҙгәрештәр
Указға үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы указына  йәнә үҙгәреш индерҙе. Ундағы талаптар бер аҙ еңеләйтелде.

Дөйөм туҡланыу учреждениелары, театрҙар, кинотеатрҙар, мәҙәниәт йорттары,  матурлыҡ салондары, бассейн, фитнес-үҙәктәр, шифаханалар, ҡала яны транспорттар ғәҙәти режимда эшләй.

ПЦР тесты һәм вакцинация сертификаты музейҙар, төнгө клубтар, ябыҡ урында күмәк кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына  талап ителәсәк.

3 августан дауаханаға планлы тикшерелеү үткән ваҡытта ла пациенттарға вакцинация хаҡында мәғлүмәттәр биреү тәҡдим ителгән.

Күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар( мәҙәниәт һәм белем биреү учреждениеларынан тыш), йәғни 500 кеше йыйылһа, уны республиканың төп санитар табибы менән килешеү талап ителгән. Был “Салауат Юлаев” хоккей, “Урал” футбол клубы матчтары һәм башҡа профессиональ спорт сараларына ҡағыла.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: