Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
28 Июль 2021, 10:10

Тағы өс алтын миҙал

Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының дүртенсе көнөнә Рәсәй 18 миҙал менән – шуларҙың 7-һе алтын – йыйылма  командалар араһында 4-се урынды һаҡлап ҡалды.

Тағы өс алтын миҙал
Тағы өс алтын миҙал

Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының дүртенсе көнөнә Рәсәй 18 миҙал менән – шуларҙың 7-һе алтын – йыйылма  командалар араһында 4-се урынды һаҡлап ҡалды.

Был юлы Рәсәйҙең спорт гимнастикаһы буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы Лилиә Архаимова, Виктория Листунова, Ангелина Мельникова һәм Владислава Уразова составында программаның дүрт төрө буйынса 169,528 балл туплап, алтын миҙал яуланы.

Алтын миҙалдарҙы шулай уҡ тхэквонди буйынса көрәшсе Владислав Ларин (80 килограммға тиклем), йөҙөүсе Евгений Рылов үҙ иҫәптәренә яҙҙы.

Көмөш миҙалға пневматик пистолеттан атып Виталина Бацарашкина һәм йөҙөүсе  Климент Колесников лайыҡ булды.

Шулай итеп, Рәсәй спортсылары ярыштырҙың дүртенсе көнө йомғаҡтары буйынса 7 – алтын, 7 – көмөш һәм 4 бронза миҙалына эйә.

Алда Япония бара – йәмғеһе 18 миҙал, шуларҙың 10-ы – алтын. Артабан АҠШ (25 миҙал, 9-ы алтын) һәм Ҡытай (21 миҙал, 9-ы алтын) командалары килә. 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: