Башҡортостан “Студент туризмы” программаһы буйынса башҡа төбәктәрҙең йәштәрен ҡабул итәсәк. Был программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме меннән 15 июлдән ғәмәлгә инде. Уға ярашлы уҡыу йортонда белем алыусыларҙың ил буйлап сәйәхәт итергә һәм вуз ятаҡтары, кампустарында йәшәү мөмкинлеге бар.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы “Студент туризмы” программаһына илдең фән һәм юғары белем биреү министрлығы етәкселек итә. Унда илдең туризм өсөн ҡулай булған төбәктәренән 15 университет ҡатнаша. Шул иҫәптән республика вузы ла бар.
Башҡорт дәүләт университеты Евразия ғилми- белем биреү үҙәгенең ҡатнашыусыһы булараҡ “Башҡортостанды асам” тигән программа ҡабул итте. Маршрут 6 көн, 5 төнгә иҫәпләнгән
- Беҙҙең бурыс башҡа төбәк йәштәренә Башҡортостанды күрһәтеү. Унда республиканың хозур тәбиғәте лә, мәҙәниәте лә, урындағы халыҡтың көнкүреше лә ингән, - тине уҡыу йортоноң уҡыу- методик эштәре буйынса проректоры Азат Ғәлимханов.
Маршрутҡа Өфө ҡалаһы, Шихандар, Айғыр, Көньяҡ Урал тәбиғәте һәм башҡа урындар ингән.
Әле республика 40- лаған заявка ҡабул иткән. Унда Мәскәү, Төмән, Иркутск дәүләт университеттары бар.