+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Июля 2021, 06:15

Шаярыу аша

Шаярып ҡына ла 50, 30, 20 мең һум аҡса эшләп була.

Шаярыу ашаШаярыу аша
Шаярыу аша

Шаярып ҡына ла 50, 30, 20 мең һум аҡса эшләп була.

Бының өсөн “Бергә вирусты еңәбеҙ!” видеоролигы йәки вайны төшөрөргә, мем уйлап табырға ғына кәрәк. Был турала Башҡортостан журналистар союзы конкурс иғлан итте.

Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Үткәреү ваҡыты: 27 июль – 26 август.

1 урын өсөн – 50 мең, 2 урынға – 30 мең, өсөнсөгә 20 мең һум аҡса вәғәҙәләнгән.

Шарттары:

1-се аҙым: вайны һәм видеоролик төшөрөгөҙ, мем уйлап сығарығыҙ;

2-се аҙым: уны социаль селтәрҙәргә һалығыҙ һәм @mass_media_rb билдәһе ҡуйығыҙ;

3-сө аҙым: #вместевируспобедим һәм #язавакцинацию хештегы менән билдәләгеҙ.

Конкурстың шарттарын БР журналистар союзы сайтында табырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас