“Түңәрәк өҫтәл” артынан республиканың Йәмәғәт палатаһы, 2021 йылда һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы, Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре һәм башҡалар урын алды.
Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, 2021 йылда һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина, Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелев, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһының Башҡортостандағы координаторы Михаил Артамонов, Рәсәй сәйәси партиялары төбәк бүлексәләренең партия-ара советы рәйесе Валех Аббасов үҙҙәренең сығышында һайлау барышында ковид инфекцияһына бәйле хәүефте иҫкәртеү, һайлау кампанияһы буйынса аңлатыу эштәре, йәмәғәт күҙәтеүселәре эшен ойоштороу мәсьәләләрен күтәрҙе.
Билдәле булыуынса, Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары буйынса, тауыш биреү өс көн дауамында үтәсәк.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов билдәләүенсә, республикала алда торған һайлауҙарҙа конкурентлы мөхит булдырылған.