

Башҡортостанда башлап эшләүсе фермерҙарҙың проекттарына 154 миллион һумдан ашыуыраҡ аҡса йүнәлтелгән. Ул финанстар “Агростартап” грант проекты сиктәрендә бүленә. Әле республика ауыл хужлығы министрлығының конкурс комиссияһы грант алыусыларҙы билдәләне.
Грантҡа 200 дәғүә итеүсенән 50 кеше үҙҙәренең бизнес- пландары менән иң күп балл йыйған һәм быйыл проекттарын финанслауға субсидия аласаҡ.
-Төбәккә бөгөн ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән, тармаҡҡа продукция етештереү генә түгел, ә уны эшкәртә белгән эшҡыуарҙар кәрәк. Дөйөм алғанда, яҡын йылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе ике тапҡырға арттырырға теләйбеҙ. “Агростартап” проектында ҡатнашыусылар ошо процесстарҙың әүҙем ҡатнашыусылары булыр тип ышанғы килә, -тине Республика Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов.
Мишкә районында йәшәүсе фермер хужалығы етәксеһе Виктория Хәзиева былтыр умартасылыҡҡа 3 миллион һум самаһы субсидия алған. Уны ул тармаҡҡа кәрәкле ҡорамалдар ҡалыуға, балдан яңы төр продукция етештереүгә йүнәлткән.
- Маҡсатыбыҙға яйлап ҡына ирешәбеҙ. Әгәр ҙә дәүләт ярҙамы булмаһа, был пландар оҙағыраҡ ваҡытты алыр, бәлки бөтөнләй тормошҡа ашмаҫ ине, - тигән ул.
Былтыр ошондай ярҙамды башлап эшләүсе 68 фермер алған.