Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
28 Июль 2021, 08:40

Ғайса Хөсәйенов арабыҙҙан китте

27 июлдә 93 йәшендә билдәле ғалим, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов вафат булды.

Ғайса Хөсәйенов арабыҙҙан китте
Ғайса Хөсәйенов арабыҙҙан китте

27 июлдә 93 йәшендә билдәле ғалим, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов вафат булды.

Ғ.Б. Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы) Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Елемҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфөгә килеп, 9-сы һанлы мәктәп-интернатта урта белем алып сыға.

1947 - 1951 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Ғайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда ул М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай һәм, ошо уҡ йылда диссертация яҡлап, «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала. 1954 йылдан бирле ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан фәндәр академияһының академигы итеп һайлана.

1996 - 2001 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов «Ватандаш» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.

Ғайса Хөсәйенов әҙәби ижадта ла әүҙем эшләй. «Ҡанлы илле биш» романы, «Алдар батыр Ҡиссаһы», «Пугачев фельдмаршалы» повестары авторы.

Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ғ. Хөсәйенов Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм Почёт (1999) ордендары менән наградлана.

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов менән бәхилләшеү 28 июлдә 10.00 сәғәттән 11.00 сәғәткә тиклем Өфө ҡалаһы Степан Злобин урамы, 42 адресы буйынса була.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша.  

Автор:
Читайте нас: