+20 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июля 2021, 07:44

Йыл башынан аяныслы алты осраҡ

Республикала бәләкәс балаларҙың ҡатлы йорттарҙан ҡолап төшөү осраҡтары йышайҙы. Йыл башынан алып  6 бала юғары ҡаттан ҡолап һәләк булған. Стәрлетамаҡта йәнә 4 йәшлек сабыйҙы ҡотҡара алмағандар.

Йыл башынан аяныслы алты  осраҡЙыл башынан аяныслы алты  осраҡ
Йыл башынан аяныслы алты осраҡ

Республикала бәләкәс балаларҙың ҡатлы йорттарҙан ҡолап төшөү осраҡтары йышайҙы. Йыл башынан алып  6 бала юғары ҡаттан ҡолап һәләк булған. Сәтрлетамаҡта йәнә 4 йәшлек сабыйҙы ҡотҡара алмағандар.

Ошо көндәрҙә йәнә 4 йәшлек сабый 9-сы ҡаттан ҡолап төшә. Был ваҡытта ул  әсәһе, бер йәшлек һеңлеһе һәм ағаһы менән өйҙә булған. Күрәһең, өлкәндәр сабыйҙың тәҙрәгә менгәнен күрмәй ҡалған. Малай ваҡиға урынында вафат була. Күп осраҡтарҙа балалар  серәкәйгә ҡаршы ҡуйылған сетканы тәҙрә быялаһы менән бутай һәм уға таянып ҡолап төшә.

Эҫе йәй көндәрендә тәҙрәләрен асҡан ата- әсәләр бәләкәс  балаларының ғүмере өсөн хәүефләнергә тейеш. Бөгөн баланы аңһыҙ бәлә- ҡазаларҙан ышаныслы һаҡлау өсөн төрлө юлдар бар. Иң мөһиме, сабый менән өйҙә ултырған әсәйҙәр үҙ балаларын ҡарауһыҙ ҡалдырмаһын, уларҙың һәр аҙымына иғтибарлы булырға тейеш тигән кәңәш бирә белгестәр.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас