+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июль 2021, 22:56

Йәнә алты өйҙә ҡайғы...

 Аҙаҡҡы тәүлектә йәнә алты өйгә әйтеп бөткөһөҙ ҙур ҡайғы килгән – ковид тағы алты яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. 27 июлгә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 47 221-гә еткән. Тәүлек эсендә сир 260 кешелә асыҡланған. 

Йәнә алты өйҙә ҡайғы...
Йәнә алты өйҙә ҡайғы...

27 июлгә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 47 221-гә еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә ковид 260 яҡташыбыҙҙа асыҡланған.

Әлеге мәлдә стационарҙарҙа шәфҡәтһеҙ инфекциянан дауаланыусы 615 сырхау ята. 64-енең хәле ауыр, бишәүһе – яһалма һулыш аппаратында.

Сирҙе сағыштырмаса еңел кисереүсе 2 404 кеше өйөндә дауалана.

Һуңғы тәүлектә 327 ауырыу, хәтәр вирустан ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып һауығыусылар йәмғеһе – 43 462.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән тәүлектә ковид ҡорбандары тағы алтауға артҡан, хәҙер инде яуыз ауырыуҙан өҙөлгән ғүмерҙәр 740 булып китте.

Үпкә ялҡынһыныуы менән сирләүселәр тураһындағы мәғлүмәттәр түбәндәгесә: кисәле-бөгөнлө пневмония 134 кешене аяҡтан йыҡҡан, унан сәләмәтләнеүселәр – 120.

Республикабыҙға ковидҡа ҡаршы барлығы 1 049 988 доза вакцина килгән. Уның беренсе компонентын ҡаҙатыусылар – 883 418, икенсеһен яһатыусылар – 595 749.

Тәүлек эсендә 28 073 кеше прививка эшләткән (10 278-е – беренсе, 17 795-е икенсе компонентын).

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: