Өфөнөң Совет районы буйынса Тәфтиш комитеты бүлеге наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Рәсәй ЭЭМ-ның баш ҡала Идаралығы бүлеге начальнигын һәм ике оперуполномоченныйҙы ҡулға алды, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.
Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ғәйепләнеүсе полицейскийҙар былтыр август айында, хеҙмәт күрһәткестәрен яҡшыртыу һәм юғарыраҡ вазифаға үрләү ниәтендә, наркотиктарҙы законһыҙ һаҡлауҙа шик белдереп, Өфөлә йәшәүсе ҡатынды ҡулға ала. Артабан ҡурҡытыу юлы менән уны наркотиклы пакетты кеҫәһенә һалырға мәжбүр итәләр. Шунан бүнәтәйҙәр күҙәтеүе аҫтында пакетты ҡорбандарының кеҫәһенән сығаралар һәм бер ғәйебе булмаған кешегә ҡарата етәйәт эше асалар.
Башҡортостан Республикаһы буйынса ЭЭМ-ғы атап үтелгән бүлектең етәкселегенә һәм хеҙмәткәрҙәренә ҡарата тикшереү башлаған. Уның һөҙөмтәләре буйынса ғәйеплеләрҙе эштән ебәреү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк һәм закон нигеҙендә улар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ, тиелә белдереүҙә.