Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының өсөнсө көнөнә Рәсәй 12 миҙал менән йыйылма командалар араһында 4-се урынды биләй.
Үтә лә көсөргәнешле барған спорт гимнастикаһы буйынса команда ярышы 262,500 балл йыйған Денис Аблязин, Давид Белявский, Артур Далалоян һәм Никита Нагорный составындағы Рәсәй спортсылары еңеүе менән тамамланды.
Алтын миҙалдарҙы шулай уҡ тхэквонди буйынса көрәшсе Максим Храмцов һәм рапирасы София Позднякова яуланы.
Көмөш миҙалға рапирасы Софья Великая һәм 10 метрлы вышканан һыуға синхрон һикереүсе Виктор Минибаев менән Александр Бондарь лайыҡ булды.
Шулай итеп, Рәсәй спортсылары ярыштырҙың өсөнсө көнө йомғаҡтары буйынса 4 – алтын, 5 – көмөш һәм 3 бронза миҙалына эйә.
Алда Япония бара – йәмғеһе 13 миҙал, шуларҙың 8-е – алтын. Артабан АҠШ (14 миҙал, 7-һе алтын) һәм Ҡытай (18 миҙал, 6-һы алтын) командалары килә.