+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июль 2021, 15:38

Етәкселәр вазифаһынан бушатылды

Балаларҙың йәйге ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарында коронавирус сиренең  асыҡланыуы арҡаһында учреждение етәкселәре урындарынан бушатылды. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә лә белдерҙе. 

Өфөнөң “Чайка” ял һәм һауыҡтырыу  лагерында коронавирус сире 45 балала һәм бер хеҙмәткәрҙә асыҡланған. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү йәмғиәте белгестәре лагерҙа санитар- гигиена ҡағиҙәләренең боҙолоуын билдәләгән. Хатта был хәл буйынса енәйәт эше лә ҡуҙғатылыуы ихтимал. Радий Хәбиров кәңәшмәлә белгестәргәдөйөм хәлде күҙәтеүгә алырға ҡушты

- Ошо вайымһыҙлыҡ арҡаһында байтаҡ проблемаларға тарыныҡ. Шуға күрә лагер етәкселәре вазифаларын ҡалдырырға тейеш. Былтыр ҙа балаларҙы йәйге ялһыҙ ҡалдырҙыҡ. Әле алда бер ай ваҡыт бар. Әммә   лагерҙы ябырға мәжбүр булабыҙ, - тине республика етәксеһе.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: