Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июль 2021, 08:50

Балалар лагерында 46 ял итеүсе коронавирус йоҡторған

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, республикала балалар лагерҙарының береһендә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 46 осрағы теркәлгән. 

Республика Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эш төркөмө булдырырға һәм Роспотребнадзор белгестәре менән берлектә йәйге ял лагерҙарын тикшерергә ҡушты.

«Лагерҙарҙа балаларҙың сир йоҡтороуына юл ҡуйған етәкселәргә килгәндә, уларҙы эштән бушатырға кәрәк, — тигән талап ҡуйҙы республика етәксеһе кисә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә. — Ошондай илке-һалҡылыҡ балаларҙы ялһыҙ ҡалдырыуы мөмкин. Алда уларҙың ял итеү өсөн тағы бер ай ваҡыты бар».

Күпләп инфекция йоҡторған балалар ялы учреждениеһы әлеге ваҡытта ябылған.

Автор:
Читайте нас: