Өфөнөң Ағиҙел яры буйындағы амфитеатрҙа блогер, спортсы Рөстәм Нәбиев хаҡында документаль фильм күрһәтелә. Ул ике аяҡһыҙ көйөнә Эльбрусты яулаған тәүге спортсы. Тауҙың бейеклеге 5642 метр. Рөстәм Нәбиев ошо арауыҡты ҡул көсө менән үтә. Был иһә кеше мөмкинлектәренең сиге юҡ тигәнде иҫбатлаған тағы бер дәлил.
Билдәле булыуынса, Рөстәм Нәбиев әрме хеҙмәтендә, Омск ҡалаһындағы хәрби частә казарма емерелеү арҡаһында ике аяҡһыҙ ҡалды. Уны емереклектәр араһынан ете сәғәттән һуң ғына табалар. Егеттең үҙен ҡотҡарһалар ҙа, аяғын ампутацияларға мәжбүр булалар.
Был ваҡиғаға быйыл 6 йыл тулды. Шул арауыҡ эсендә Рөстәм Нәбиев билдәле блогер булып китте, һөйгән ҡыҙы Индираға өйләнде һәм ике ҡыҙ балаға атай булды. Бынан тыш ул спорт өлкәһендә лә ҙур уңыштарға иреште.
Фильмды Эльбрусҡа экспедиция ваҡытында төшөрә башлайҙар. Ул Республика Башлығы Радий Хәбиров Грантына төшөрөлгән картина. Унда кеше мөмкинлектәре, ауырлыҡтарҙы еңеү, мөхәббәт һәм яңы тормош хаҡына йәшәүгә ынтылыш һәм башҡа донъяуи ҡиммәттәр хаҡында һүҙ бара.
Фильмды ҡарағандан һуң, унда ҡатнашыусылар геройҙың үҙе Рөстәм Нәбиев, картина авторҙары менән осрашып, уларға һорауҙар йүнәлтә ала.
Фильм Ағиҙел яры буйында, 20 сәғәттә башлана.