Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
26 Июль 2021, 10:42

Тыуған яғын онотмай

Танылған яҡташыбыҙ, спортсы, алып барыусы Ләйсән Үтәшева  йәйге ялының бер өлөшөн һәр ваҡыт Башҡортостанда үткәрә. Әле алып барыусы ғаиләһе менән Раевкаға, өләсәһе һәм олатаһы янына  ҡунаҡҡа ҡайтҡан.

Билдәле булыуынса, Ләйсән Үтәшева тормошон шулай уҡ киң даирә тамашасыларға билдәле юмор оҫтаһы Павел Воля менән бәйләне. Бөгөн ғаиләлә ике бала тәрбиәләнә. Йәштәр төрлө илдәргә сәйәхәт итергә ярата. Әммә  Ләйсән олоғайған олатаһы һәм өләсәһе янына йыл да ҡайтырға тырыша. Илдең баш ҡалаһынан килгән йондоҙло ғаилә Раевкала ябай ауыл тормошо менән йәшәй.

Был турала Ләйсән Үтәшева көн дә видео, фото төшөрөп үҙенең сәхифәһенә һала. Йондоҙ йәйге ялын баҡсала алма һыйып, республиканың хозур тәбиғәтендә үткәрә.

Фото Бәйләнештә селтәренән алынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: