+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
26 Июль 2021, 14:00

Сикләүҙәр тағы кисектерелде

26 июлдән Башҡортостанда ресторандарға, башҡа социаль-көнкүреш учреждениеларына тик вакцина яһатыу тураһында белешмә (сертификат), вакцина яһатыуҙың килешмәүе тураһында медицина справкаһы һәм COVIDҡа лаборатор тикшереүҙәр кире һөҙөмтә биргән осраҡта ғына инергә мөмкин буласаҡ, тип яҙғайныҡ.

Бөгөн үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор Идаралығы етәксеһе Анна Казак: “Сирләүселәр һанынан сығып фекер йөрөткәндә, йәмәғәт туҡланыуында сикләүҙәр индереү өсөн нигеҙ күрмәйем. Әгәр уны кисектерергә мөмкин булһа, минең күҙлектән ҡурҡыныс юҡ”, - тип белдерҙе.

Быға яуап итеп, Республика Башлығы Радий Хәбиров, указда күрһәтелгән мөҙҙәттә - 26 июлдән – сикләүҙәр үҙ көсөнә инмәй, тине.  

Йәғни, йәмәғәт туҡланыу ойошмалары (50 һәм унан да күберәк кеше һыйышлы заведениеларға ҡағыла), матурлыҡ, косметика һәм СПА-салондары, массаж салондары, мунсалар, фитнес-клубтар, бассейндар үҙ эшен элекке режимда дауам итә.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: