

Кисә кис көнө Өфөләге Йылы күленән 1990 йылғы ҡатындың кәүҙәһен сығарғандар.
Водолаздар уны алты метр тәрәнлектә һәм ярҙан егерме метр алыҫлыҡта тапҡан, йәш ҡатын яртылаш кейенгән булған, тип хәбәр иттеләр ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.
Ведомствола белдереүҙәренсә, һуңғы тапҡыр Эльвираны һыу буйында 23 июль кисендә күргәндәр, 24-енән ул юғалған тип иҫәпләнгән.
«Башинформ»ға үҙ сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, һәләк булған ҡатын 31 йәшлек Эльвира Рәхимова (Быстрова) булып сыҡҡан. 23 июлдән алып уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ ине. Ҡатынды эҙләү эштәрендә полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ҡатнашты.
Тәфтиш органдары ошо хәл буйынса тикшереү эшен башлаған.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.