Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының икенсе көнөнә Рәсәй 7 миҙал менән йыйылма командалар араһында 5-се урынды биләй.
Кисә беҙҙең спортсылар тәүге алтын миҙал яуланы. Омск ҡалаһынан 24 йәшлек Виталина Бацарашкина пневматик пистолеттан атыуҙа 240,3 мәрәй тупланы һәм Олимпия уйындары рекордын ҡуйҙы.
Токиолағы Олимпиаданың тәүге миҙалын Рәсәй командаһы өсөн пневматик винтовканан 10 метр арнан атыуҙа Анастасия Галашина яулағайны. Ул – көмөш призер.
Шулай итеп, Рәсәй спортсылары ярыштырҙың икенсе көнө йомғаҡтары буйынса 1 – алтын, 4 – көмөш һәм 2 бронза миҙалына эйә.
Алда Ҡытай бара – йәмғеһе 11 миҙал, шуларҙың 6-һы – алтын. Артабан Япония һәм АҠШ командалары килә.