Башҡортостанда аҙыҡ- түлеккә хаҡтарҙың артыуы хөкүмәт иғтибарында булһа ла, июлдә көндәлек ҡулланыуҙа булған йәшелсә, май, макарон изделиелары ҡиммәтләнгән. Бындай мәғлүмәттәрҙе Башстатистика биргән.
Шуныһы ғәжәп, миҙгел булыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер йәшелсәләрҙең хаҡы һиҙелерлек күтәрелгән. Әле шәхси йортта йәшәүселәр үҙҙәре үҫтергән ҡыяр ашай, ләкин сауҙа нөктәләрендә уның хаҡы 4,9 процентҡа артҡан. Хәҙер ҡыярҙың килоһы 57 һумға барып баҫа.
Шулай уҡ кәбеҫтәгә, балаларҙың консерваларҙа һаҡланған аҙығына, маргаринға, юғары сортлы ондан эшләнгән макарон изделиеларына хаҡтар артҡан.
Уның ҡарауы, килоһы 110 һум торған кишер, помидорҙың яңы уңышы, картуф, һуған осһоҙайған.