+20 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Июля 2021, 07:03

Юғары медицина хеҙмәте һәр кемгә яҡын булырға тейеш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек поезд”ы акцияһы тураһында үҙ фекерен белдерҙе. Етәксе билдәләүенсә, был сарала республиканың иң яҡшы табиптары ҡатнаша. Әле медицина хеҙмәткәрҙәре  Благовещен, Мәсетле, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән райондары халҡын тикшерҙе.

Юғары медицина хеҙмәте һәр кемгә яҡын булырға тейешЮғары медицина хеҙмәте һәр кемгә яҡын булырға тейеш
Юғары медицина хеҙмәте һәр кемгә яҡын булырға тейеш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек поезд”ы акцияһы тураһында үҙ фекерен белдерҙе. Етәксе билдәләүенсә, был сарала республиканың иң яҡшы табиптары ҡатнаша. Әле медицина хеҙмәткәрҙәре  Благовещен, Мәсетле, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән райондары халҡын тикшерҙе.

“Сәләмәтлек поезд”ында белгестәр үҙҙәре менән бөтә төр ҡорамалдар, хатта диагностика үткәреү ҡоролмаларын да алып йөрөй. Бөгөнгө көнгә мобил табиптар 43 мең кешене ҡараған.

  • Был акцияның әһәмиәте бик ҙур. Сөнки йөрәк, онкология һәм диабет сирҙәре иртә сроктарҙа асыҡлана. Алыҫ урынлашыу арҡаһында, ауыл халҡының тәжрибәле табиптарға күренеү мөмкинлеге сикләнгән. Ә бында терапевт, хирург, акушер- гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог һәм стоматолог тура өйөңә килә. Акция 8 октябрға тиклем дауам итә, поездың хәрәкәт итеү тәртибе менән һаулыҡ һаҡлау министрлығының сайтына инеп танышырға мөмкин,- тигән үҙенең сәхифәһендә Радий Фәрит улы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас