

Һуңғы көндәрҙә республикала үтә хәүефле тәбиғи күренештәр күҙәтелә – дауыл ҡотора, көслө йәшен уйнай.
Кисә Өфөнөң Шаҡша ҡасабаһында йәшен һуғыу һөҙөмтәһендә ике ҡатлы йорт янып китә. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шундай уҡ хәл Нуғай ҡасабаһында һәм Иглин ауылында теркәлә.
Стәрлетамаҡ районы Ҡунаҡбай ауылында йылға буйында 38 йәшлек ҡатынға йәшен һуға. Ул шул урында һәләк була.
Ошондай уҡ фажиғәгә 27 июндә Ауырғазы районы Кесе Нуғаҙаҡ ауылында 53 йәшлек ҡатын юлыҡҡайны.
Көслө дауыл Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Стәрлебаш райондарында йорт-ҡурай ҡыйыҡтарын алып ташлаған, Өфөлә 30-ға яҡын ағасты ҡолатҡан.