Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Июль 2021, 11:12

Сифатлы белем өсөн яҡшы кадрҙар кәрәк

Башҡортостан һәләтле балаларҙы үҫтереү буйынса илдә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Был турала “Сириус” үҙәгенең етәксеһе Елена Шмелева Өфө дәүләт нефть- техник университетындағы осрашыу ваҡытында белдерҙе.

Сифатлы белем өсөн  яҡшы кадрҙар кәрәк
Сифатлы белем өсөн яҡшы кадрҙар кәрәк

Башҡортостан һәләтле балаларҙы үҫтереү буйынса илдә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Был турала “Сириус” үҙәгенең етәксеһе Елена Шмелева Өфө дәүләт нефть- техник университетындағы осрашыу ваҡытында белдерҙе.

Елена Шмелева әйтеүенсә, йыл һайын “Сириус”та республика педагогтары белемен камиллаштыра, уларҙың уҡыусылары төрлө программалар буйынса үҫеш этабын үтә.

 - Өфөлә беҙ төрлө белем биреү учреждениеларын күрҙек, әммә уның үҙәгендә һәләтле балаларҙы үҫтереү тора. Яңы инфроструктураларҙы үҫтереү иҫәбенә, һәр бер балаға үҙенең һәләтен асырға мөмкинлек бирергә кәрәк. Шуға күрә республикала тормошҡа ашырылған төрлө проекттарҙы ыңғай баһалайбыҙ. Әле Башҡортостанда 300 мәктәп төҙөү күҙ уңында тотола. Бынан тыш беҙ белем учреждениеларына капиталь ремонт, уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу мәсьәләрен дә ҡараныҡ.

“Сириус” етәксеһе Өфөнөң Лесунов урамында төҙөлгән белем биреү үҙәген ҡараны. Ул балалар баҡсаһы, башланғыс һәм урта белем биреү мәктәптәре һәм спорт залынан тора. Әлегә балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылған. Белем биреү үҙәгендә уҡыусылар өсөн махсуслаштырылған кластар, лабораториялар, төрлө интерактивтар буласаҡ. Бында ла Елена Шмелева, сифатлы белем өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә туҡталды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: