“Сириус” үҙәге етәксеһе Елена Шмелева бәләкәй ҡалаларҙың мәктәптәрен дә субсидиялау тәҡдиме менән килеште. Әлегә был программа ауыл мәктәптәренә ҡағыла. Киләсәктә уны ҡала мәктәптәренә тиклем киңәйтеү мөмкинлеге бар.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Бәләкәй ҡала мәктәптәрен субсидиялау программаһында “Спорт- субсидия” проекты хаҡында һүҙ барҙы. Ул Рәсәйҙә 2014 йылдан “Һәр баланың уңышы” тигән милли проект нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Программа ауыл мәктәптәрендә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Башҡортостандың спорт министры, был программаны төрлө учреждениеларға киңәйтеү тәҡдимен индерҙе. Былтыр федераль бюджеттан спорт майҙансыҡтарына 29 миллион һумдан ашыу аҡса бүленһә, быйыл да республикаға бирелгән финанстар күләме шул кимәлдә ҡала.