Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Июль 2021, 14:30

“Башҡортостан ҡыҙы” журналын алдырыусы велосипед отто

2021 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы барышында “Башҡортостан Республикаһы” Матбуғат йорто үткәргән “Яҙыл һәм от!” отош конкурсына йомғаҡ яһалды.

Ҡиммәтле бүләктәрҙең бәхетле хужалары бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында билдәле булды. Акция сиктәрендә телевизор, ноутбук, мотоблок, велосипед, триммер уйнатылды.

Иғлан ителгән шарттарға ярашлы, отошта ике республика баҫмаһына (район һәм ҡала гәзиттәре лә иҫәпкә алына) яҙылған һәм квитанцияларын Матбуғат йорто адресына ебәргән һәр кем ҡатнаша ала ине. Был мөмкинлек менән меңдән ашыу кеше файҙаланған.

Шулай итеп, ҡыйбатлы приздар отоусылар исемлеге:

телевизор – Ҡәҙим Кәримов, Борай районы (“Өмөт” республика гәзитенә һәм “Алға” район баҫмаһына яҙылған);

ноутбук – Салауат Мөхәмәтшин, Баймаҡ районы (“Башҡортостан” һәм “Һаҡмар” гәзиттәре);

мотоблок – Яппаров Г.Х., Өфө ҡалаһы (“Башҡортостан” гәзите һәм “Бельские просторы” журналы);

велосипед – Айытҡолова В.С., Баймаҡ районы (“Башҡортостан ҡыҙы” журналы, “Һаҡмар” гәзите);

триммер – Абдуллина М.Б., Ейәнсура районы (“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы һәм “Ейәнсура таңдары” гәзите).

Күләме бүләктәр эйәләренә машина менән алып барыласаҡ.

“Яҙыл һәм от!” отош конкурсы 2022 йылдың беренсе яртыһына яҙылыу кампанияһы барышында ла ойоштороласаҡ.

Гәзит-журналдарға яҙылығыҙ, конкурста ҡатнашығыҙ, бүләктәр отоғоҙ, дуҫтар!

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: