+2 °С
Ҡар
Премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, Рәсәй граждандары паспортына быға тиклем индерелгән ҡайһы бер мәғлүмәттәр хәҙер мотлаҡ түгел.
Никах һәм 14 йәшкә тиклемге балалар тураһында паспортҡа баҫылған штамп бынан ары ғәмәлдән сыға. Яңы тәртип буйынса, үҙ теләгең менән был турала мәғлүмәтте ҡалдырырға мөмкин, шулай уҡ ҡан төркөмө һәм уның резус-факторы, ИНН-ға ҡағылышлы яҙыу ҡуйҙырырға ла була.
Ә йәшәгән урыныңда теркәлеү һәм унан төшөү, хәрби бурыс тураһында билдәләр мотлаҡ рәүештә ҡала.