21 июлдә “МАКС-2021” халыҡ-ара авиация-космос салонында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берләшкән двигателдәр төҙөү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте (Ростех корпорацияһына ҡарай) уйлап сығарған перспективалы эш өлгөләре менән танышты.
Улар иҫәбендә комплектлау деталдәрен Өфө моторҙар эшләү берекмәһе етештергән ВК-650В двигателе лә бар ине. Ул Ка-226Т, «Ансат», VRT500 класлы һәм сит илдәрҙең ошондай уҡ йөк күтәрешле вертолеттары өсөн тәғәйенләнгән. Күргәҙмәгә берекмә ҡатнашлығында эшләнгән перспективалы ПД-8 газ турбинаһы авиадвигателе лә ҡуйылған.
АДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең генераль директоры Александр Артюхов белдереүенсә, Өфө моторҙар эшләү заводы сығарған деталдар граждандар авиацияһы өсөн етештерелгән двигателдәрҙе комплектлауҙа 30-40 процент тәшкил итә.
"Башҡортостандың авиатөҙөлөш тармағы “АДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе", Күмертау авиация етештереү предприятиеһы ғына түгел - "Ростех"ҡа республиканың тағы һигеҙ предприятиеһы инә. Ғөмүмән, “МАКС-2021” халыҡ-ара авиация-космос салонында күрһәтелгән һәр самолетта беҙҙең төбәктә эшләнгән деталь бар. Был – ҙур ғорурлыҡ”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, күргәҙмәгә ҡуйылған башҡа стендтарҙы ла ҡарап сыҡҡас.