+31 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Кишер хаҡы 100 һум

Аҙыҡ- түлеккә хаҡтарҙың артыу проблемалары Өфөлә  үткән кәңәшмәлә ҡаралды. Билдәле булыуынса, киң ҡулланыуҙа булмаһа ла, кишер һәм сөгөлдөрҙең хаҡы килоһына 110 һумға барып баҫҡайны. “Халыҡ контроле” проекты баш ҡаланың байтаҡ сауҙа нөктәләре буйлап рейд үткәрҙе.

Хаҡтарҙың торошон тикшергән рейд 50-ләгән сауҙа нөктәләре аша үтте. Активистар 83 федераль сауҙа селтәрҙәрендә, 63 емеш- йәшелсә нөктәләрендә, 19 баҙарҙа булған.

Һуңғы айҙа кишергә хаҡтарҙың йөҙ һумға барып етеүе ҡулланыусыларҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Быны белгестәр, уңыш алыу бөткәс, кеше йәшелсәһен яҙға тиклем һаҡлауға һалғас күҙәтелә торған күренеш тип аңлатты. Ләкин быйылғы пандемия арҡаһында аҙыҡ- түлектең хаҡы саманан тыш һәм бик иртә артты. Күмәртәләп һатыусылар илдәге хәлдән файҙаланып хаҡтарҙы күтәргән. Был турала “Лукошко” сауҙа селтәре учредителе Игорь Прозоров белдергән.

Әле яңы уңыш алыу иҫәбенә баҙарҙағы хәл тотороҡлана бара. Хаҡтар 20-30, ә  урыны менән 50 процентҡа кәмегән.

  • Хаҡтарҙың тотороҡланыуы арҡаһында ведомствоға ялыуҙар кәмене, май- июнь айҙарында кешеләр бик күп мөрәжәғәт итте. Хаҡтарҙың тотороҡлоғон һаҡлау тенденцияһы үҙ кимәлендә ҡалыр тип ышанғы килә, - тигән республиканың сауҙа һәм хеҙмәтләндереүҙәр министры Алексей Гусев
Автор:Гөлнур Ишбулатова