Республикаға “Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе һәм Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы рәйестәше Елена Шмелеваның килеүен көтәләр. Бөтә илгә билдәле белем биреү үҙәгенең эш тәжрибәһе, шулай уҡ Башҡортостанда һәләтле балалар менән эшләү проекттары менән таныштырыу - эш сәфәренең төп маҡсаты буласаҡ.
“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең “Яңы мәктәп” проектының төбәк координаторы Рәил Әсәҙуллин билдәләүенсә, “Сириус” бөтә илдән һәләтле балаларҙы ҡабул итә, ә Башҡортостандағы “Аврора белем биреү үҙәге төрлө белем биреү учреждениелары, мәктәптәр менән туранан- тура эшләй.
Унан алда, Елена Шмелева, белем биреүҙең сифатын арттырыу өсөн балаларҙы мәктәп, ә педагогтарҙы бюрократия көсөргәнешенән арындырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алғайны.