+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
21 Июль 2021, 15:11

Туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар

22 июлдә Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды фән һәм мәғариф, мәҙәниәт министрлыҡтары, башҡорт телен яҡлау һәм үҫтереү фонды  менән берлектә  еңеүсе булған грант проекттарының исем туйын уҙғара. Ул эштәр дәүләт  һәм республика халыҡтары телдәрен яҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Был сарала Рәми Ғарипов исемендәге беренсе һанлы республика  интернат- гимназияһы етәкселегендә алып барылған “Башҡорт теле- башҡорт иле”, Дәүләткилдиев исемендәге гимназия – интернатының дәүләт телдәрендә алып барылған “Башҡортостан ынйылары” тигән ҡыҫҡа метражлы аннимация фильмы,  шулай уҡ сарала Дәүләкән районының 3-се башҡорт гимназия- интернаты, Ишембай, Бишбүләк райондарының, Сибай, Күмертау ҡалаларының һәм Өфөнөң башҡа белем биреү учреждениелары, Пермь крайының төбәк башҡорттары ҡоролтайы  үҙ проекттары менән сығыш яһай.

Сара “Башҡортостан” ҡунаҡхана комплексының “Янған- тау” конференц залында 15 сәғәттә башлана.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: