Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
21 Июль 2021, 09:50

Сираттағы рекорд

Кисә Өфө-Дим аэрологик станцияһы һауа температураһының сираттағы рекордын теркәгән.

Сираттағы рекорд
Сираттағы рекорд

Кисә Өфө-Дим аэрологик станцияһы һауа температураһының сираттағы рекордын теркәгән.

Термометр бағанаһы һауа температураһының +34,5 градусҡа етеүен күрһәткән. Шулай итеп, 17 йыл элек теркәлгән рекорд артта ҡалған. 2004 йылда көн эҫелеге +33,4 градус булған.

Аҙна аҙағына һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә, тип фаразлай синоптиктар. Республиканың үҙәк райондарында көндөҙ уртаса температура 20 градусҡа саҡ етәсәк икән. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә.

Автор:
Читайте нас: