+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
21 Июль 2021, 16:46

Балаларға яңыса ял

Башҡортостанда балалар ялын ойошторғанда  дәүләт- шәхси партнерлыҡ механизмын файҙаланыу буйынса яңы проект тәҡдим ителде. Был турала республика хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә билдәләнде.

Башҡортостандың яңы үҫеш йүнәлештәренең береһе ул- туризм. Уның бер элементы булып балалар ялы тора. Кәңәшмәлә “Балалар ялының милли операторы” Евгения Шулятьева әйтеүенсә, балалар ялының яңы форматы уның йыл әйләнәһенә эшләүен, өҫтәмә белем биреү, спорт залдары, медицина блогы, күргәҙмәләр үҙәген булдырыуҙы күҙ уңында тота. Был проектҡа инвестициялар һалыу ҙа күҙаллана.

Йәлеп ителгән инвестицияларҙы эшкә егеү ваҡыты ике йыл. 

Рөстәм Моратов, ошондай проекттарҙы тормошҡа ашырған башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнеүҙе, уның финанс моделен эшләп бөтөүҙе һәм республика яғынан йөкләмәләрҙе билдәләүҙе йөкмәтте.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: