Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Июль 2021, 18:37

Тәүге бүләкләнеүселәр

VI Бөтә донъя фольклориада байрамынан һуң бер төркөм мәҙәниәт белгестәренә юғары исемдәр тапшырылды, халыҡ-сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән ведомство хеҙмәткәрҙәре, етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары  рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Наградаларҙы Республика Хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары Азат Баҙранов тапшырҙы.

 Бүләкләнеүселәр араһында мәҙәниәтебеҙҙең төрлө өлкәләрендә эшләгән кешеләр бар. “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемдәренә   күренекле “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле директоры Байрас Ишберҙин, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев, Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Эльвира Әхмәтйәнова, Салауат Юлаев орденына - Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, фестивалдең координаторы Айҙар Зөбәйҙуллин лайыҡ булды.

 Шулай уҡ “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан фольклориаданың медиаштабында эшләгән белгестәр, республика телеканалдары етәкселәре, алып барыусылар Республика Башлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.  

  • Фольклориада хаҡында төрлө халыҡ-ара каналдарҙа репортаждар, тура эфирҙар сығып торҙо. Башҡортостанда төшөрөлгән видеоларҙы сит ил каналдары ла файҙаланды. Беҙгә бөтә төр мәғлүмәт сығанаҡтарында: “Башҡортостанда барған фольклориада байрамы”- тип һөйләүҙәре бик мөһим. Сөнки республиканың мәҙәни төрлөлөгө, халыҡтар дуҫлығы, тарихи урындары, хозур тәбиғәте бөтә ергә билдәле хәҙер, - тине әңгәмәһендә компанияның генераль директоры урынбаҫары Әлфиә Байбурина.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: