Фольклориада байрамы осоронда Башҡортостанға 60 мең тирәһе турист килгән. Билдәләп китеүебеҙсә, халыҡ-ара сара республиканың туристик имиджын күтәреүгә бер этәргес бирҙе. Башҡортостанды хәҙер күп илдәрҙә танып беләсәктәр.
Фестивалдең төп иғтибары республиканың бай мәҙәниәтенә, халыҡтар ижады һәм төрлөлөгенә, этнография туризмына йүнәлтелгән. Был хаҡта Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльвира Туканова белдергән.
Комитет биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, фольклориада осоронда баш ҡалабыҙ Өфөгә һәм муниципаль райондарға 57 мең 845 турист килгән. Сит төбәктәрҙең сәйәхәтселәре башлыса Башҡортостандың тәбиғәт һәйкәлдәрендә булған.
Былтыр республикаға 2 миллион тирәһе турист килгән. Быйыл иһә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге саралар арҡаһында Башҡортостанға килеүсе сәйхәтселәр иҫәбе 25-30 процентҡа артыр тип күҙаллана. Әгәр ҙә пандемия булмаһа, был сараның әһәмиәте ҙурыраҡ, туристар һаны тағы ла күберәк булыр ине.