+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Июля 2021, 10:19

Йәнә алтау вафат

Яһил вирус аҙаҡҡы тәүлектә республикала тағы ла алты ғүмерҙе алып китте. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда коронавирустан вафат булыусылар 677-гә етте.

Йәнә алтау вафатЙәнә алтау вафат
Йәнә алтау вафат

Яһил вирус аҙаҡҡы тәүлектә республикала тағы ла алты ғүмерҙе алып китте. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда коронавирустан вафат булыусылар 677-гә етте.

Ковид инфекцияһы менән сирләүселәр кисәле-бөгөнлө 240-ҡа артты. 16 июлгә ҡарата был шәфҡәтһеҙ сирҙе йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 44 482 тәшкил итә.

Республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинация әүҙем бара. Төбәгебеҙгә йәмғеһе миллионға яҡын – 950 680 доза вакцина килгән. Прививканың тәүге өлөшөн 794 487 кеше яһатҡан, икенсеһен эшләтеүселәр – 472 623.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас