+31 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Һөҙөмтәләр күренә

“Башкиравтодор” акционер йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеге”милли проекты сараларын тормошҡа ашырыуҙан иҡтисади яҡтан һөҙөмтәләр алыуға өлгәшкән. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Һөҙөмтәләр күренә

“Башкиравтодор” акционер йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеге”милли проекты сараларын тормошҡа ашырыуҙан иҡтисади яҡтан һөҙөмтәләр алыуға өлгәшкән.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

БР хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары компанияның милли проектта ярты йыл ҡатнашыуы һөҙөмтәләрен өйрәнгән. Был хаҡта БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итә.

Һаҡсыл етештереү буйынса эксперттар ҡорамалдарҙы дөрөҫ ҡулланырға, уның эш һөҙөмтәһен арттырырға, шулай уҡ персоналды өйрәтергә ярҙам итә. Һөҙөмтәлә етештереүсәнлек 14 процентҡа артҡан.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге”милли проектында ҡатнашыу өсөн производительность.рф  порталында ғариза ҡалдырырға кәрәк.

Фото – БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина