+31 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Конгресс-холға тотош коллективтар менән прививка яһатырға киләләр

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: 14 июлдә Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында Волга буйы федераль округындағы иң ҙур вакцинация пункты асылғайны. Яңы пунктта медиктарҙың ун бригадаһы эшләй.

Конгресс-холға тотош коллективтар менән прививка яһатырға киләләр

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: 14 июлдә Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында Волга буйы федераль округындағы иң ҙур вакцинация пункты асылғайны. Яңы пунктта медиктарҙың ун бригадаһы эшләй, улар көнөнә 1500 кешене ҡабул итә ала.

 Бында кешеләр айырым-айырым да, коллективтары менән дә килә. Мәҫәлән, бөгөн бер юлы бер нисә табип-психиатр вакцина эшләтте.

 – Дауаханабыҙҙа прививка яһатмаусылар аҙ ҡалды. Яңыраҡ үҙебеҙҙә күсмә вакцинация ойошторолғайны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытта яһатырға тура килмәне. Бына әле яңы пунктҡа прививкаға тип килдек, – ти табиптар.

Конгресс-холдағы пунктта Өфө һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙе генә түгел, башҡа төбәктәрҙән килгән кешеләрҙе лә ҡабул итәләр. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Кемерово һәм Мәскәү ҡунаҡтары ла тап ошонда прививка яһатҡан.

 Рәсәй Федерацияһы гражданины булған һәр кем бында вакцинация үтә ала – паспорт һәм СНИЛС күрһәтеү генә кәрәк.

–  Беҙҙең пунктта прививканың беренсе компонентын да, икенсеһен дә эшләтергә мөмкин. Әгәр икенсе компонентын ҡаҙаталар икән, тәүгеһен ҡайҙа яһатыуҙары (ошондай уҡ вакцинация пунктындамы, медицина ойошмаһындамы) мөһим түгел, – ти мобиль пункт етәксеһе, медицина фәндәре кандидаты Руслан Солтанов.

“Уфавед” электрон баҫмаһынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева