+31 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Ирекмәндәр арта

 “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проекты сиктәрендә хеҙмәткәрҙәр белемен камиллаштырыуын дауам итә. Күптән түгел Әбйәлил районы  мәҙәниәт-ял итеү үҙәгенең дүрт хеҙмәткәре өҫтәлмә һөнәри программа үтте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ирекмәндәр арта

 “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проекты сиктәрендә хеҙмәткәрҙәр белемен камиллаштырыуын дауам итә. Күптән түгел Әбйәлил районы  мәҙәниәт-ял итеү үҙәгенең дүрт хеҙмәткәре өҫтәлмә һөнәри программа үтте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Хеҙмәткәрҙәр Пермь дәүләт мәҙәниәт институтының Мәҙәниәт өлкәһендә ижади һәм идара итеү кадрҙарына өҙлөкһөҙ белем биреү һәм  квалификацияһын күтәреү үҙәгендә уҡыны, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

Төп эштәренән айырылмай ғына, “студенттар” “Мәҙәниәт өлкәһендә ирекмәнлек эшмәкәрлеген ойоштороу үҙенсәлектәре” өҫтәлмә һөнәри программаһы буйынса белем алды. Артабан улар волонтерҙар ярҙамы кәрәк булған төрлө сараларҙа ҡатнаша һәм ойоштора аласаҡ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина