+31 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Баҡсасыларға уңайлы булһын өсөн

Йәйҙе баҡсаларында үткәреүсе өфөләр өсөн мобиль вакцинация пункттары эшләй башланы.

Баҡсасыларға уңайлы булһын өсөн

Йәйҙе баҡсаларында үткәреүсе өфөләр өсөн мобиль вакцинация пункттары эшләй башланы.

Был эш 20 баҡсасылыҡ ширкәте урынлашҡан Дим кордонынан башланып китте. Унда һигеҙ меңгә яҡын кеше йәшәй. Вакцинациялау пункты аҙыҡ-түлек магазины эргәһендә урынлашҡан. Ул иртәнге сәғәт ундан киске һигеҙгә тиклем асыҡ. Баҡсасыларға прививканы Дим районы дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре яһай. Йәшәү урыны ҡайҙа булыуға ҡарамаҫтан, бөтә теләүселәр ҡабул ителә. Алдан яҙылыу кәрәкмәй. Үҙең менән шәхесте раҫлаусы документ булыуы мөһим.

16 июлдә күсмә вакцинация пункты Орджоникидзе районы баҡсасылыҡ ширкәттәре биләмәһендә эшләй башлай. Тәүҙә медиктар 10-сы “Бал ҡорто” ширкәтендә буласаҡ (“Аҙыҡ-түлек” магазины янында). Унда 17 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем прививка яһатырға мөмкин.

17 июлдә мобиль пункт “БНЗС тресы”ның 3-сө коллектив баҡсалары ширкәтенә ингән урынға күсәсәк. Баҡсасылар унда 12 сәғәттән 20 сәғәткә ҡәҙәр вакцина эшләтә ала. Прививка алып өлгөрмәгәндәр был күсмә пунктты 18 июлдә Өфө ҡалаһы, Олег Кошевой урамы, 38 адресы буйынса табырға мөмкин. Ҡабул итеү ваҡыты – 10 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем. Прививкаланыусыларҙың бөтәһен дә бүләктәр көтә.

Баш ҡаланың башҡа райондарындағы күсмә пункттарҙың эш графигы Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтына ҡуйыласаҡ.

Фото Өфө хакимиәте сайтынан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева