Башҡортостандан 47 уҡыусы Бөтә Рәсәй олимпиадаһының быйылғы еңеүселәре. Өс йыл эсендә олипиаданың төбәк-ара этабында ҡатнашыусылар ҙа, еңеүселәр һәм призерҙар һаны ла өс тапҡырға артҡан.
Был иһә һәләтле балаларҙы яҡлауға һәм ярҙам итеүгә йүнәлтелгән саралар һөҙөмтәһе. Республикала 2019 йылдан “Аврора” һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге эшләп килә. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән “Сириус” Бөтә Рәсәй белем биреү үҙәге моделе тибындағы үчреждение.
Шулай уҡ Башҡортостанда “IT-Клуб”һанлы белем биреү үҙәге төҙөлгән, “Кванториум”ике мобил технопарк, һәләтле балалар өсөн “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар тармаҡтар буйынса 175 үҙәк асылған.
“Аврора” үҙәге директоры Айҙар Сәйғәфәров әйтеүенсә, балалар өс йүнәлештә үҫешә.