+1 °С
Облачно


Өфө уртаһында, Ленин урамында, иҫеректәр Мысыр студенттарына һөжүм иткән.
Социаль селтәрҙәрҙә таралып киткән видеола ике сит ил егетенең иҫһеҙ ҡолағанын күрәбеҙ. Низағтың сәбәбе билдәһеҙ. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, конфликта ҡатнашҡан кешеләр 9-сы полиция бүлегенә килтерелгән. Хәҙер уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә ҡарала.